«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Онотмағыҙ - 21 декабрь, БСТ, киске сәғәт 9, "Бирешмә!"



21.12.2017 Онотмағыҙ - 21 декабрь, БСТ, киске сәғәт 9, "Бирешмә!"

Онотмағыҙ - 21 декабрь, БСТ, киске сәғәт 9, "Бирешмә!"Бөгөн, 21 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Бирешмә!» үçмерҙəр өсөн беренсе башҡорт сериалы күрһәтелә башлай.

10 сериялы фильм ике йыл буйына, республиканың һәм илдең төрлө мөйөштәрендә: Архангел районының Тәүәкәс ауылында ла, Мәскәүҙә лә төшөрөлгән.
Сценарийҙа йырсы булырға хыялланған үҫмерҙәргә ата-әсәләре музыка колледжына уҡырға инеүҙе тыя. Улар ғәзиздәрен нефтсе, юрист, иҡтисадсы итеп күрергә теләй. Балалар биш йәштәр алып йырлай һәм тормоштарын сәхнәнән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Улар бер нимәгә ҡарамайынса хыялдарын бойомға ашырырға — уникаль альбом яҙҙырып, ата-әсәләрен ышандырырға хәл итә. Ләкин тормошта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай икән.

Ролдәрҙе «Тамыр» телеканалы тамашасыларына яҡшы таныш булған Данир Ғимаҙиев, Хәйҙәр Вәлиев, Гәлсәр Байғусҡарова һәм Гөлгөнә Баһауетдинова башҡара. Уларҙан тыш, сериалда Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Вәкилә Ҡалмантаева, Рушана Бабич, актерҙар Рәмзил Сәлмәнов, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Әминев уйнай.
Һәр серияла төп геройҙар бер нисә яңы йыр башҡара, уларҙы сериал өсөн махсус рәүештә йәштәр араһында популяр музыканттар Айҙар Хәмзин һәм RNT (Ринат Нигматуллин) ижад иткән. Шулай уҡ бында Радик Гәрәев, Дим Мәннәновтың репертуарынан билдәле йырҙарҙы ла ишетергә мөмкин.
Сериалдың режиссеры — Гөлсәсәк Игебаева, операторы — Марат Юнысов, монтажлау инженеры — Дамир Сәлимов.
Сценарий авторҙары — Гөлназ Ҡолһарина һәм Зөһрә Бураҡаева.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға