«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәшлек”кә яҙылайыҡ!



25.12.2017 “Йәшлек”кә яҙылайыҡ!

“Йәшлек”кә яҙылайыҡ!
Теләгемде еткерәм,
Уйым менән бүлешәм:
«Йәшлек»кә яҙылайыҡ, тип
Мин халҡыма өндәшәм.

Гәзит көсө – яҙ ташҡыны,
Йөрәк яна, урғыла,
Тираж һанын арттырыу ҙа
Күңелдә сәм тыуҙыра.

Имандан яҙмаҫ өсөн,
Илемдән ҡалмаҫ өсөн,
Телемдән яҙмаҫ өсөн,
Аңлайыҡ гәзит көсөн.

Гәзитебеҙ «Йәшлек»кә
Терәк булып торайыҡ.
Яҙылайыҡ, уҡыйыҡ,
Берҙәм, татыу булайыҡ!

Илең һаҡлар гәзит бул,
Телең һаҡлар гәзит бул,
Фәһемле кәңәштәр менән
Халҡыңа һин терәк бул.

Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға