«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләктәр – өлөшлөләргә!



12.12.2017 Бүләктәр – өлөшлөләргә!

Бүләктәр – өлөшлөләргә!
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала салат һауыттарын Әбйәлил райо­нының Хәлил ауылынан Ғәлиә ҒӘЛИМОВА отһа, Салауат районының Мөрсәлим ауылынан Кәримә МӘЗИТОВАҒА сынаяҡтар йыйылмаһы эләкте.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балалары­ғыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тура­һындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашы­ғығыҙ. Ә инде «Республика Баш­кортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға