«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!



11.12.2017 Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!

Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!Даланлы кешеләр була бит донъяла! Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Фирғәт Фәтхулла улы Сирбаевҡа елле генә телевизор һәм юлдаш антеннаһын тапшырғанда, нәҡ шулай тип уйланым. Сыңғыҙ ауылының абруйлы ир уҙаманының башҡорт телендәге баҫмаларға һөйөүе уны ошондай уңышҡа килтерҙе лә инде. Фирғәт Фәтхулла улы район гәзите “Һаҡмар” һәм “Йәшлек” гәзитенә иң тәүгеләрҙән булып яҙыла һәм квитанциялары күсермәһен “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто үткәргән конкурс­ҡа ебәрә. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй – Сирбаевтар ғаиләһенә иң ҡиммәтле бүләк насип була.
– Үҙебеҙҙең саф башҡорт телендә сыҡҡан “Һаҡмар” менән “Йәшлек”тең килгәнен көтәүелләп кенә торабыҙ. Бик яратып уҡыйбыҙ. Ике гәзит тә бик шәп сыға, журналистарға ҙур рәхмәт, – тине Фирғәт Фәтхулла улы, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Ошо уҡ уйында Татлыбай ауылынан Таңһылыу Мөхәмәтйән ҡыҙы Сибаева планшет отто. Ул да – “Һаҡмар” менән “Йәшлек”тең тоғро дуҫы. “Яратҡан гәзиттәремдең бүләге итеп ҡабул иттем планшетты. Рәхәтләнеп “Һаҡмар” менән “Йәшлек”те лә уҡы, етмәһә, бүләкле лә бул! Бына ул ҡайҙа шатлыҡ!” – тине ул, йылмайып.
Дуҫтар, матбуғатты яратһағыҙ, һеҙ ҙә бүләк оторһоғоҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға