«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн башланды!



04.12.2017 Бөгөн башланды!

Бөгөн башланды!Алдан хәбәр итеүебеҙсә, матбуғат баҫмаларына бөгөндән башлап, киләһе ун көндә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була.
1 – 10 декабрҙә “Йәшлек” гәзитенә элекке хаҡынан 10 процентҡа ташлама менән яҙылып ҡалығыҙ.

Һеҙҙе дәртләндереү өсөн төрлө конкурс та ойошторол­ған. “Аҙна һайын – бүләк!” – шул иҫәптә. Шарттары ябай ғына: үҙегеҙ теләгән республика гәзитенә (журналға) һәм район-ҡала баҫмаһына яҙылаһығыҙ ҙа, квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәрәһегеҙ. “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто “Суперприз от” конкурсын да иғлан иткәйне. Билдәле булыуынса, ундағы бер төркөм еңеүсе араһынан яртыһы – “Йәшлек”кә яҙылыусылар.
Әйткәндәй, Стәрлебаш районының Күндерәк ауылынан Вәлишә Әхмәтов ғаиләһе телевизор отҡайны. Ошо көндәр­ҙә бүләк уларға барып етте – Әхмәтовтарҙың улы Алик менән килене Әлфиә беҙҙең редакцияла булып, телевизор­ҙы алып ҡайтып китте. Был баҫмабыҙҙы яратып уҡыған дуҫтарыбыҙҙың һуңғы еңеүе булмаһын!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға