«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Псков янында Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан автомобиль номерын тапҡандар



04.12.2017 Псков янында Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан автомобиль номерын тапҡандар

Псков янында Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан автомобиль номерын тапҡандар
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй,
Ир егеткәй менән ат башы...

Стәрлетамаҡ эҙләнеүселәре Псков ҡалаһы янындағы ҡаҙыныу эштәрендә ғәҙәти булмаған артефактҡа юлыҡҡан: улар ББ 13-65 автомобиль номерын тапҡан. Краевед Марат Тикеев әйтеүенсә, ул мәлдә БА, ББ һәм БВ сериялары Башҡорт АССР-нына нығытылған булған. Табылдыҡ номер беҙҙең республика биләмәһендәге "йөрөгән" 1,5 тонна йөк һыйҙырышлы "полуторка" - ГАЗ-АА автомобиленеке икәнен асыҡлағандар. Ул ГАЗ конвейерынан 1936 йылда сығарылған.

Тарихсылар фекеренсә, был машина 1941 йылдың йәйендә 170-се Стәрлетамаҡ уҡсылар дивизияһы составында фронтҡа оҙатылған һәм Невель ҡалаһы йүнәлешендәге һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Аҙаҡтан "полуторка"ны ташлап ҡалдырғандар йәки ул бомба-снаряд утына эләгеп юҡҡа сыҡҡан.

ББ 13-65 номерының хәле шәптән түгел. Тимер пластинаны тут баҫҡан, ҡалҡыу урындарынан ғына уның нимә икәне асыҡланған. Тиҙҙән табылдыҡ Стәрлетамаҡтың крайҙы өйрәнеү музейына тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға