«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ырыҫлылар ота бүләкте



28.11.2017 Ырыҫлылар ота бүләкте

Ырыҫлылар ота бүләкте
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙна еңеүселәре – Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан Фәнүзә АРЫҪЛАНОВА менән Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Наилә БИКБАЕВА. Улар салат һауыттары һәм плед менән бүләкләнә.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашы­ғығыҙ. Ә инде «Республика Башкор­тостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға