«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ун көнлөктә өлгөрөгөҙ!



30.11.2017 Ун көнлөктә өлгөрөгөҙ!

Ун көнлөктә өлгөрөгөҙ!Дуҫтар, беләһегеҙ, беҙ һеҙҙең менән бергә булыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ. Ғаиләбеҙ кеүек яҡынһығыҙ беҙгә! Эйе, эйе, һеҙгә өндәшәбеҙ, “Йәшлек”те яҙҙырып уҡыусылар. 2018 йылда ла һеҙҙең менән беҙҙең аралағы күпер емерелмәһен өсөн, йәғни баҫмабыҙҙы уҡыу­ҙан туҡтамауығыҙ өсөн, тағы бер мөмкинлек – тиҙҙән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башлана, тип хәбәр итәбеҙ!
Декабрь башында “Рәсәй почтаһы” иғлан итәсәк декадала яратҡан гәзит-журналығыҙға ғәҙәттәгенән 10 процентҡа арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡала алаһығыҙ. Хат ташыусыларҙың, почта бүлексәләре вәкилдәренең иҫенә төшөрөгөҙ. Ғөмүмән, почта менән редакциялар уҡыусылар булһын өсөн эшләй. Һеҙ бар икән, беҙ ҙә бар! Бер-беребеҙгә шул тиклем кәрәкбеҙ. Шулай ҙа сауаптың ҙурыһы һеҙгә – уҡыусыларға!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға