«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте



27.11.2017 Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте

Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте
Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы Ләйсән Золотарева проекттың финалына үтте. Туғыҙ йәшлек «оркестр» ҡыҙыҡай «Урал батыр» эпосынан өҙөк һәм «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Ул жюриҙе үҙенсәлекле тауышы һәм бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән хайран ҡалдырҙы.
Ул һәм башҡа таланттар ҡатнашлығындағы тапшырыу сыҡҡандан һуң PTICA.TV сайтында тауыш биреү уҙғарылды. Оҡшаған ҡатнашыусы өсөн аҙна дауамында тауыш бирергә мөмкин булды.

Тамашасылар ике лидерҙы – Ләйсән Золотареваны һәм Варвара Гордееваны билдәләне. Тауыш биреү бик тулҡынландырғыс булды һәм ысын ярышҡа әйләнде. Йә берәүһе, йә икенсеһе атлығып сыҡты, уларҙың ижадын яратып өлгөрөүселәр бер тауышҡа юл бирмәҫкә тырышты. Һуңғы көндәрҙә Башҡортостан халҡы дәррәү итеп тауыш бирҙе, СМС-хәбәр өсөн аҡсаһын йәлләмәне, социаль селтәрҙәрҙә гөжләтте.

Онлайн һәм смс-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ике йәш артист та бер иш тиерлек тауыш йыйҙы. Тапшырыуҙы ойоштороусыларҙың ҡарары һәм «Рәсәй» каналының уртаҡ фекергә килеүе буйынса ике ҡыҙ ҙа финалға үтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға