«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Донъя әсәйҙәр менән йәмле"



22.11.2017 "Донъя әсәйҙәр менән йәмле"

"Донъя әсәйҙәр менән йәмле"Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың яңы сыҡҡан "Йәннәт баҡсаһы" исемле китабын йотлоғоп уҡығандан һуң, кемгә тәҡдим итергә тигән һорау тыуҙы, сөнки был китапта Гүзәл апайҙың хажға барып ҡайтҡандан һуң яҙған тәҫьораттары ине.

Ошоно күҙ уңында тотоп, бөгөн беҙҙең китапханала "Донъя әсәйҙәр менән йәмле" исемле "түңәрәк өҫтәл" үтте. Ул тиҙҙән буласаҡ ҙур байрам - Әсәйҙәр көнөнә бағышланды.
Сараға ауылдаш хажиәләр Гөлдәр Әлибаева һәм Зөлфиә Байраҡаева саҡырылды. Гөлдәр апай бынан өс йыл элек хаж ғәмәлен үтәп ҡайтҡан булһа, быйыл ундай бәхет Зөлфиә апайға эләкте.
Артабанғы юлдарҙа Билал ауыл китапханаһында үткән хажиәләр менән осрашыу ваҡытында бәйән ителгәндәр менән уртаҡлашам.
- Сәфәргә сыҡҡас та туп – тура Өфө – Чарджод – Джидда йүнәлешендә, ә артабан автобус менән Мәҙинә ҡалаһына барып та еттек. Килеп төшкәс тә, их, ошонда йәшәһәң ине, тигән уй мейемде телеп үтте. Шул тиклем йылы, ҡояшлы, күңелгә тыныс, иҫ киткес матур ҡала. Намаҙға Мөхәмәт пәйғәмбәр мәсетенә Фәйрүзә ҡунаҡһанаһына (исеме ниндәй матур!) эргәлә генә булғас туп – тура йөрөнөк, ә Мәккәлә Әл – Харам мәсетенә автобус көнөнә биш тапҡыр алып барҙы, алып ҡайтты. Ул ҡунаҡһана Күгәрсен исемле ине. Етәксебеҙ Илшат хәҙрәт йәстү намаҙынан һуң, иртәнге көнгә асыҡ белешмә бирә ине. Зәйнулла хәҙрәт хәҙистәр һөйләне, ә Илнур хәҙрәт дин дәрестәр алып барҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Ауырығандарға ике врач ярҙам итте. Ҡунаҡһаналарҙа бөтә шарттар булдырылған, һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, плита,коридорҙа бәләкәй мискәлә тик эсер өсөн генә ҡулланыу өсөн “зәм – зәм” һыуы. Ресторанда көнөнә ике тапҡыр бушлай ашаталар, теләһәң бүлмәңдә лә ашарға мөмкин. Порциялар бик күп, кис төшкөлөктекен дә ҡушып бирәләр. Магазиндарҙа бармаҡ башындай нәмә алһаң да ҙур пакетҡа һалып бирәләр. Былары матди донъя мәшәҡәттәре. Ә күңел ҡыуаныс – шатлыҡтан осоп йөрөнө. Ысынмы, бушмы минең ошо изге Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең аяғы баҫҡан ерҙәрҙә йөрөүем тип көн һайын ғәжәпләнә инем. Миллионлаған халыҡ менән хаж ғәмәлдәрен үтәгәндә үҙеңдең был донъяға ни өсөн килгәнеңде нығыраҡ аңлайһың, был фани донъя бик ҡыҫҡа, ваҡытлыса икәнен нығыраҡ төшөнәһең. Ҡәғбәтулла тирәләй әйләнгәндә (тауафта), Сафа Мәрүәр тауҙары араһында доғаларымды әсәйемә, балаларыма, туғандарыма һаулыҡ, иман, ныҡлыҡ теләгәндән тыш “Эй, аллам – раббым, башҡорттарымды,
Башҡортостанымды хәмерҙән йыраҡ ит, боҙоҡлоҡтан, хәрәмдән ҡотҡар, тип илай – илай һораным. Джамаратҡа шайтан бағаналарына таш һелтәргә барғанда, Башҡортостан байрағы тотҡан етәксебеҙҙең артынан эйәреп барҙыҡ, ошо ваҡытта күңелдә тыуған хистәрҙе әйтеп аңлатып бөтөү мөмкин түгел. Минала палатканың тышҡы мөйөшөнә лә республикабыҙ әләмен тегеп ҡуйғандар, ул беҙҙең милләтттәштәребеҙҙе бер урынға йыйып, аҙашырға юл ҡуйманы. Мөздәлифәлә, Арафатта, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Ҡәғбәттулла мәсеттәрендә төрлө кейемдәге , йөҙҙәре төрлө төҫтәге, төрлө телдәге миллион – миллион халыҡтың беҙ белгән, беҙ уҡыған таныш доғаларҙы, сүрәләрҙе уҡыуы, ятлауы күңелдә әйтеп бөтмәҫлек хисттәр уятты. Ислам диненең дуҫлыҡ, татыулыҡ, тыныслыҡ дине икәне асыҡ ярылып ята бит.
Хаж ваҡыты бик тиҙ үтеп китте. Киран хажынан һуң дүрт кенә тапҡыр
умра хажын үтәп өлгөрҙөм, сөнки һәр береһенә инәбеҙ Ғәйшә мәсетендә намаҙ уҡый, ниәт ҡылырға кәрәк. Унда автобус менән барып, ҡайтып йөрөнөк, сөнки Ҡәғбәтуллаға намаҙға өлгөрөргә кәрәк, ә такси ҡиммәт.
Хажға юлыбыҙ баштан нисек ыңғай булды, аҙағы ла шулай тамамланды. Шул уҡ автобустар менән ҡайттыҡ. Бер нәмәбеҙ ҙә юғалманы. Бер аҙ эсте бошорғаны “зәм – зәм” һыуын быйылғы май айынан биш литр ғына биреүҙәре булды, ошоға тиклем ун литр алырға рөхсәт ителгән булған. Уға ла ризамын, миллионлаған халыҡ ташый бит, хатта урлап алып ҡайтып һатыу итә башлағандар (беҙ Рәсәй шул).
Бына нимәләр һөйләне хаж сәфәренән ҡайтҡан ауылдаштарым Гөлдәр Әлибаева һәм Зөлфиә Байраҡаева. Уларҙың хаж ғәмәлдәренең ҡабул булыуын, изге теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйем.
Кисәнең икенсе өлөшө һыйлы, самауырлы табын артында дауам итте. Билал мәктәбе уҡыусыларының бейеүҙәре (етәксеһе Дилара Әхмәтова), Миләүшә Ямалова, Юлдаш Булатовтың нәфис һүҙе, Иршат Юлмөхәмәтовтың йыры кисәгә йәм өҫтәне. Барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән!

Райхана Булатова
Баймаҡ районы
Билал ауылы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға