«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 14 йыл элек булған, ти, өс егет...



22.11.2017 14 йыл элек булған, ти, өс егет...

14 йыл элек булған, ти, өс егет...
Бармы ул башҡорт эстрадаһы? Халыҡ ни өсөн концерттар­ға, спектаклдәргә йөрөмәй? Һуңғы арала ошо һорау менән телевидение, радиола бер нисә осрашыу ойошторолдо, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелде. Кемдәрҙер кемдәрҙелер ғәйепләне, нимәлер тәҡдим итте, кемдәрҙер ҡәтғи фекерҙәр еткерҙе.

Бармы ул беҙҙә эстрада һәм шоу-бизнес? Хәҙер белмәйем, әммә элек булғанын теүәл әйтә алам! Хәтерләйһегеҙме, 14 йыл элек, “Их, өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Байегет...” тигән тамашаны? Ике аҙна алдан билеттар һатылып бөтөп, концерт көнө кассаларҙа оҙон-оҙон сират теҙелгәйне. Гастролдәр ваҡытында Сәғиҙулла менән Азаматтан Азатты таптырып, тамашасылар бунт күтәргәйне. Ул концерттың дауамын, 2, 3-сө серияларын һорап, театрға хаттар яҙған тамашасылар булғайны.
Нисек кенә тимә, беҙҙең халыҡ музыкаль спектаклдәрҙе ярата. “Ғәлиәбаныу”, “Ҡоҙаса”, “Баш­ма­ғым”, “Ҡыҙ урлау”... Классик әҫәрҙәр рәтенә ингән ошо исемлеккә һис шикһеҙ “Өс егет” проекты ла инеп китер ине, әгәр ҙә ул театр репертуарынан төшөп ҡалмаһа. Ул республикала 200 тапҡыр уйналып, һәр береһе аншлаг менән барған эстрада тамашаһы булды. Ниңәлер шул саҡта ҡуйылған рок-опералар, башҡа тамашалар бындай уңышҡа өлгәшә алманы. Тәнҡитселәр нимә генә тип яҙмаһын, ниндәй генә кәмселек эҙләп маташмаһын, әлеге көнгә тиклем шул күләмдәге тамашасы йыйған бындай проект тормошҡа ашҡаны юҡ әле.
Бөгөнгө йәштәргә тамашасыны әсир итергә нимә ҡамасаулай? Уларға уңыш яулар өсөн “Өс егет” проекты күрһәткес була аламы? 14 йыл элекке егеттәр бөгөн дә эстраданы тота аламы? Тама­шасыға бындай проект кәрәкме? Был һорауҙарға яуап табырға теләгән һәр кем 23, 24 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк концертҡа килһен. Ҡабат тергеҙелгән проект тап ошо көндәрҙә яңынан сәхнәгә сыға.
14 йыл күпме ул әллә әҙме? Сәғиҙулланың нисә сәсе ағарған? Алмас Әмиров йырлаймы ул? Азамат Ғафаров нисә килоға һимергән? Азат Йыһаншин ниндәй етәксе? Барыһы ла аҙаҡ асыҡланыр. Концертҡа барғас...
Г. ЮЛДАШЕВА.

14 йыл элек булған, ти, өс егет...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға