«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Моң рингына килегеҙ!



21.11.2017 Моң рингына килегеҙ!

Моң рингына килегеҙ!
Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! Күрмәй ҡалмағыҙ! Һуңынан, әйтмәнеләр, тимәгеҙ! 23 ноябрҙә, тик бер генә көн, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тарихында тәүге тапҡыр MоңRingШоу ярышы ойошторола.
Унда филармонияның талантлы, дәртле, амбициоз йәштәре, Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан, танылыу яулаған сәхнә «йондоҙҙары» менән осрашасаҡ. Музыкаль рингтар ойоштороуҙа ҙур тәжрибә туплаған промоутер – Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова был юлы тамашасыларға нимәләр тәҡдим итер? Сәмле бәйгелә еңеүҙе кем яулар? Тамашасы үҙ баһаһын кемгә бирер? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға сәхнә аҡһаҡалдары, эстрада мэтр­ҙары – рефериҙар Азат Айытҡолов, Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов һәм Вәлит Илембәтов ярҙам итәсәк.
Барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе йыр-моңға, ярыш сәменә битараф булмағандарҙы ҙур залда уҙасаҡ моң рингына саҡырабыҙ! Килегеҙ һәм үҙ баһағыҙҙы бирегеҙ!
Бәйгеселәр ең һыҙғанып алыш­ҡа әҙерләнә. Ә һеҙ әҙерһегеҙме? Билеттар алдығыҙмы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға