«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек»ле лә, бүләкле лә булдылар



20.11.2017 «Йәшлек»ле лә, бүләкле лә булдылар

«Йәшлек»ле лә, бүләкле лә булдылар«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнаның еңеүселәре – Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан Вазифа Ғәлиуллина менән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Рәшит Хәсәнов. Улар графин һәм стакандар йыйылмаһы һәм салат һауыттары менән бүләкләнә.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға