«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауат Юлаев һәйкәленә бағышланған фильмды ҡарағыҙ!



16.11.2017 Салауат Юлаев һәйкәленә бағышланған фильмды ҡарағыҙ!

Салауат Юлаев һәйкәленә бағышланған фильмды ҡарағыҙ!Иртәгә, 17 ноябрҙа, иртәнге сәғәт 7-лә "Россия Культура Башкортостан" телеканалы Салауат Юлаев һәйкәлен ҡуйыуҙың 50 йыллығына арналған документаль фильм күрһәтеләсәк.

Батырыбыҙ һәйкәле бына инде ярты быуат республиканың баш ҡалаһын биҙәй, Салауаттың мөһабәт һыны Өфөнөң ысын символына әйләнде. "Россия Культура Башкортостан" телеканалы хәбәрсеһе Алексей Медведев «Хронограф» тигән проект әҙерләгән, унда һәйкәл менән бәйле бик күк ҡыҙыҡлы һәм алдан билдәле булмаған ваҡиғалар хаҡында һөйләй.
«Сюжетта һәйкәл авторы – Осетия скульпторы Сосланбек Тавасиев тураһында бәйән ителә. Тапшырыуҙа архив материалдар: эш процесынан фотолар, тыуған-тыумасаларының интервьюлары һәм башҡалар файҙаланған. Сағыуыраҡ күрһәтеү өсөн постановкалар эшләп төшөрҙөк, уға Өфө актерҙары һәм билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителде», — тип һөйләне Алексей Медведев.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға