«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләк отоусыларҙың яртыһы – « Йәшлек»кә яҙылыусылар



14.11.2017 Бүләк отоусыларҙың яртыһы – « Йәшлек»кә яҙылыусылар

Бүләк отоусыларҙың яртыһы – « Йәшлек»кә яҙылыусылар«Республика Башкортостан» нәшриәт йорто район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында « Суперприз от!» уйынына йомғаҡ яһаны. Бүләктәр уйнатыу Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһында тура эфирҙа барҙы. Уҡыусыларыбыҙ приздарҙың өлөшлөләргә эләгеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Беҙҙе иң һөйөндөргәне: бәхетле бүләк эйәләренең күбеһе «Йәшлек» гәзитенә яҙылыусылар булыуы.

Бына улар:
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Рифғәт Сирбаев – телевизор һәм ТВ юлдаш комплекты,
Стәрлебаш районының Күндерәк ауылынан Вәлишә Әхмәтова – телевизор,
Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылынан Г. Кинйәбаева, Ғафури районының Йөҙимән ауылынан Л. Шәмсетдино­ва – ТВ юлдаш комплекты,
Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылынан М. Йәҙгәрова,
Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан Ансар Хажин, Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан Таңһылыу Сибаева, Учалы районының Учалы ауылынан А. Камалетдинов, Бөрйән районының Байғаҙы ауылынан Миңзәлә Фәйзуллина, Әбйәлил районының Йәлембәт ауылынан Шәрифә Иҙрисова, Ейәнсура районының Үрген ауылынан Гүзәл Сәфәрғәлина, Иҫәнғол ауылынан Ф. Мәүлетова, Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылынан Гөлниса Хәмитова планшет отто.
Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ә инде кемдәр гәзитебеҙгә яҙылған, иғтибар менән күҙәтеп барығыҙ, уйын тағы ла үткәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға