«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һикһән йәштә лә – «Йәшлек» менән!



07.11.2017 Һикһән йәштә лә – «Йәшлек» менән!

Һикһән йәштә лә – «Йәшлек» менән!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсының был аҙналағы еңеүселәре – Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан Лиза Ишморатова менән Салауат ҡалаһынан З. Әбделмәнова. Улар плед, графин һәм стакандар йыйылмаһы менән бүләкләнә.
«Әсәйем ғүмер буйы гәзит-журналдан айырылманы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыл һайын бер нисә гәзиткә яҙыла. Гәзитегеҙҙең һәр бер битен ентекләп уҡып сыға. 80 йәшлек атайыма ла ҡысҡырып уҡый. Һәр яңылыҡты белеп ултыралар. Уларҙың бергә тормош ҡороуҙарына быйыл 57 йыл тулды», – тип яҙып ебәргән Лиза инәйҙең ҡыҙы Әлмира Мөхәмәтшина. Ул үҙе гәзитебеҙҙе таратыусы, почтальон булып эшләй икән. Афарин, Ишморатовтар!
Призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға