«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Башҡортостан бында башлана...”



02.11.2017 “Башҡортостан бында башлана...”

“Башҡортостан бында башлана...”
Хөрмәтле дуҫтар, туғандар, таныштар!
Республиканың ижтимағи-сәйәси баҫмаһы, милләтебеҙҙең маяғы булған “Башҡортостан” гәзите иртәгә, 3 ноябрҙә Конгресс-холда 100 йыллыҡ оло юбилей сараһын үткәрә. Барығыҙҙы ла тарихи сарала көтөп ҡалабыҙ!

Тамашаны билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыштары биҙәйәсәк, шулай уҡ сара алдынан фойела махсус ойошторолған күргәҙәмәлә халыҡ оҫталары үҙ тауарҙарын тәҡдим итәсәк. Исемлектә:
Милли биҙәүестәр һәм башҡа этнотауарҙар эшләүсе “Этно-MARKET” ойошмаһы;
Гүзәл Кәримова һәм уның әсәһе Хәлисә Багаева;
Этник кейем-халым дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар;
Милли кейем һәм биҙәүестәр, сувенирҙар оҫталары Сәрүәр Аслаева менән Илдус Ҡолһарин;
Этник тауарҙар оҫтаһы Анжела Ғәзизова;
Ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Фуат Ҡужәхмәтов;
Учалы оҫтаһы, ювелир, алтын һәм көмөштән башҡорт милли биҙәүестәре эшләүсе Р. Вәлиев;
Ювелир изделиелары, сувенирҙар етештереүсе “Учалы йәшмәһе” ойошмаһы, Земфира Ғәйнетдинова.
Шулай итеп, бер урында, бер ваҡытта ҙур байрам сараһында ҡатнашырға һәм зауығығыҙға тура килгән, күңелегеҙгә ятҡан уникаль тауарҙар һатып алырға була. Һирәк мөмкинлектән тороп ҡалмағыҙ!
Көтәбеҙ! Инеү бушлай! Күргәҙмә киске сәғәт 6-ла, сара сәғәт 7-лә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға