«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йөрәк һүҙе» шиғри проектының ярымфиналсылары асыҡланды



31.10.2017 «Йөрәк һүҙе» шиғри проектының ярымфиналсылары асыҡланды


Өфөлә «Йөрәк һүҙе» шиғри проектының ярымфиналсылары билдәләнде. Республиканың танылған шағирҙары, яҙыусылары, артистары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған 56 дуэт башҡорт поэзияһы классиктарының шиғырҙарын һөйләне.
Тауыш биреүҙә бөтәһе 8424 кеше ҡатнашты. 12 пар иң күп тауыш йыйҙы. Улар — тәрбиәсе Дилара Әйүпова һәм уның ҡыҙы Зөлхизә, яҙыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм филолог Алина Ғәлиева, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һәм ҡыҙы Гөлнәзирә Буранҡаева, шағирә Зөлфиә Ханнанова һәм ҡыҙы Гүзәл Әлибаева, яҙыусы, драматург, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм улы Йәдкәр, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова һәм туғаны Зәйтүнә Даянова, шағирә, журналист Лариса Абдуллина һәм улы Хасбулат, артистар Миләүшә һәм Ләйсән Шәриповалар, М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Илдар Ғүмәров һәм Светлана Хәкимова, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, шағирә һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Йомабикә Ильясова һәм ҡыҙы Таңсулпан Аҡбашева, Салауат драма театры актерҙары Винира Хәсәнова һәм Ринат Ибәтуллин.

Ярымфинал 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа. Шиғри бәйге барышында өс дуэт-финалсы билдәләнә, уларҙың береһе генә еңеп сығасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға