«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Британияла йәшәгән Әбйәлил егете Илсур Сөләймәнов телгә булышлыҡ итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан.



23.10.2017 Бөйөк Британияла йәшәгән Әбйәлил егете Илсур Сөләймәнов телгә булышлыҡ итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан.

Бөйөк Британияла йәшәгән Әбйәлил егете Илсур Сөләймәнов телгә булышлыҡ итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан.
«Мин бында башҡорт теленә ярҙам итеү өсөн үҙемдең башҡорт телендәге YouTube каналын булдырҙым. Унда сит илдә белем алыу, МВА һәм PhD-ға уҡырға инеү тәжрибәһе, MIT һәм Гарвардтағы конференцияларҙа ҡатнашыу, гранттар, визалар һәм ватандаштарыбыҙ хаҡында бәйән итәсәкмен. Яҙылығыҙ! Киләһе шәмбегә тиклем 2000-дән ашыу кеше ҡараһа, дауамын көтөгөҙ», — ти влогер (Видео яҙмалы интернет көндәлеге влог тип йөрөтөлә).
Илсур Сөләймәнов Башҡортостандың Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуып үҫкән. 2005 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Бөйөк Британияла үҙенең докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй.
Беренсе видеояҙмала влог авторы тамашасыларҙы үҙенең эшмәкәрлеге һәм эш урыны — Кардифф университеты менән таныштыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға