«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәшмәк икраһы



18.11.2017 Бәшмәк икраһы

Бәшмәк икраһы 2 кг бәшмәк, 1 ҙур кишер, 2 эре башлы һуған, 2 ҙур помидор кәрәк. Йәшелсә­ләрҙе турап, 0,5 стакан үҫемлек майы, 2 балғалаҡ тоҙ, берәй семтем шәкәр, төйөлгән ҡара борос ҡушығыҙ. 10 минут быҡтырығыҙ, шунан үткәрелгән бәшмәк өҫтәп, тағы 20 минут бешерегеҙ. Иң һуңынан 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 5 бүлкәт һарымһаҡ һалып, эҫе килеш банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға