«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк



12.10.2017 Башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк

Башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк
Республикала башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм тейешле методик комплекстар әҙерләнәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында белдерҙе.

– Башҡорт теленән яңы дәреслектәр, методик комплекстар әҙерләнәсәк, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы, дистанцияла уҡытыу формаларын файҙаланыу ҡаралған. Телде уҡытҡанда заманса күренештәр һәм белем биреү процесына талаптар иҫәпкә алынырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Иң мөһиме, баланың туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән хоҡуҡтары Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡортостан Конституцияһы тарафынан яҡланған, бының өсөн барлыҡ мәктәптәрҙә тейешле шарттар булдырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға