«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билалдар Республика көнөн байрам итте



10.10.2017 Билалдар Республика көнөн байрам итте

Билалдар Республика көнөн байрам иттеБөгөн Баймаҡ районының Билал ауылында Республика көнөнә бағышланған байрам үтте, тип хәбәр итә беҙгә китапханасы Райхана Булатова. Халыҡ мәктәп уҡыусылары бейеүҙәрен (етәкселәре Дилара Әхмәтова), Ләйсән Әминева, Иршат Юлмөхәмәтовтың йырҙарын алҡыштарға күмде, яратып ҡараны. Байрамға килеүселәрҙе биләмә башлығы Мәжит Заманов, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов ҡотланы.
Көҙгө йәрминкә лә гөрләне. Мәктәп уҡыусылары йәй буйы үҫтергән кишер, сөгөлдөр һатыуға сығарылды. Ауылдашыбыҙ Альберт Хәкимйәнов менән Бикеш ауылыныҡылар иген һатты, Өмөтбайҙан килгән Зиннур Көмөшбаев кәбеҫтә тәҡдим итте. Гөлдәр Астафьева бешергән төрлө тәм-том янынан да кеше өҙөлмәне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға