«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2017 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булды



09.10.2017 2017 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булды

2017 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булдыБашҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән 2017 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына түбәндәгеләр лайыҡ булды:

Воронова Марина Сергеевна, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе - замандаштарҙың обраҙдарын тыуҙырыуы, уларҙың ыңғай эштәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн;

Ишморатова (Аралбаева) Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе - Башҡортостандан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ һәм республиканың сәнғәте, мәҙәниәте тураһындағы мәҡәләләләр теҙмәһе өсөн;

Кузбәков Фанил Тимерйән улы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры - республика гәзит-журналдарында башҡорт журналистикаһына, рухи проблемаларға, туған телгә, тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлауға, материаль һәм рухи мәҙәниәткә, үҙеп килгән быуынды тәрбиәләүгә бағышланған мәҡәләләре өсөн.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға