«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус биттәр » Илнурҙың ата-әсәһе ректор менән осрашты



22.12.2010 Илнурҙың ата-әсәһе ректор менән осрашты

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенты Илнур Буранбаевтың вафат булыуына килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау дауам итә.
Кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректоры Рәил Әсәҙуллин менән был юғары уҡыу йортоноң башҡа хеҙмәткәрҙәре журналистар, республиканың йәмәғәтселек ойошмалары етәкселәре, Илнур Буранбаевтың ата-әсәһе, студенттар менән осрашты.
Рәил Әсәҙуллин әйтеүенсә, бындай хәлдән һуң аҡланырлыҡ һүҙҙәр юҡ. Ул рәсми рәүештә Илнур Буранбаевтың ата-әсәһе алдында ғәфү үтенде. Иң мөһиме - был ваҡиғаны тикшереү барышы мөмкин булған тиклем шарттарҙа контроль аҫтында тотола. Ғәйеплеләр мотлаҡ билдәләнәсәк һәм үҙенең язаһын аласаҡ. Был әлеге хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн генә түгел, киләсәктә лә ошондай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн кәрәк.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға