«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө халҡын күктәге спираль шомландырҙы



27.09.2017 Өфө халҡын күктәге спираль шомландырҙы

Өфө халҡын күктәге спираль шомландырҙы
Кисә баш ҡала халҡын эңерҙә күк йөҙөндә спиралләнеп торған есем шомландырҙы

Рәсәй Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был спираль - ракета эҙе. Баҡтиһәң кисә Астрахань өлкәһендәге Капустин Яр полигонынан осоролған РС-12М «Тополь-М» баллистик ракета эҙе икән. Ул Башҡортостан күгенән осоп үтеп, Ҡаҙағстандағы Сары Шаган полигонындағы сәпте юҡҡа сығарҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға