«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йырсыға һәйкәл асылды



26.09.2017 Йырсыға һәйкәл асылды

Йырсыға һәйкәл асылдыБөгөн Өфөнөң Көньяҡ зыяратында Дан аллеяһында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәховаға һәйкәл асылды.
Ҡара граниттан яһалған һәйкәл Вәсилә Рәзиф ҡыҙының ҡәбере өҫтөнә урынлаштырылған. Янындағы сәскә түтәле "В" хәрефе рәүешендә - йырсының исеменә ишара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йырсы 2016 йылдың ғинуарында бала тапҡандан һуң өҙлөгөүҙән мәрхүм булды. Уға 36 йәш ине, ике балаһы тороп ҡалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға