«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һарыҡ Күгәрсенгә китте



15.09.2017 Һарыҡ Күгәрсенгә китте

Һарыҡ Күгәрсенгә китте
11 сентябрь Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында башватҡыстар конкурсында бағыусыбыҙ Мөнир Шәймөхәмәтов вәғәҙә иткән һарыҡ уйнатылды. Һигеҙ ай барған ярышта йәмғеһе 159 кеше дөрөҫ яуап ебәргәйне. Уйынсылар араһында әүҙемлек кимәле төрлөсә булды: бер дөрөҫ яуаптан утыҙға тиклемен ебәргән бөтә уҡыу­сыларыбыҙ араһында йәрәбә һалдыҡ. Билдәле тележурналист Наил Юнысов үҙ ҡулдары менән республиканың эрудицияға иң бай кроссворд һөйөүселәре араһынан еңеүсе яҙылған ҡағыҙҙы тартып сығарҙы. Математиктар яратҡан ихтималлыҡ теорияһына ҡарамай тиерлек, инселәнгән приз конкурстың еңеүселәре – Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтарға эләкте. Ҡотлайбыҙ!
Редакция хеҙмәткәрҙәре ошо арала һарыҡты еңеүселәргә алып барып тапшырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға