«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәүҙә - Мостай Кәрим исемендәге урам



31.08.2017 Мәскәүҙә - Мостай Кәрим исемендәге урам

Мәскәүҙә - Мостай Кәрим исемендәге урам
Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк. Ул Көньяҡ административ округының Зябликов биҫтәһендә, Шипиловская урамы һәм Орехов бульвары араһында урынлашҡан, оҙонлоғо 950 метр.
Әҙип заманында СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Яҙыусылар союзында эшләп, Мәскәүҙә оҙаҡ ваҡыт йәшәгән булған.
Мостай Кәрим исемендәге урамда 945-се һәм 871-се мәктәп, 1569-сы гимназияның өсөнсө уҡыу корпусы, 214-се поликлиника һәм күп фатирлы йорттар урынлашҡан. Яҡында ғына Муса Жәлил исемендәге урам һәм Мәскәү Метрополитенының Люблинск-Дмитровск линияһындағы Шипиловская станцияһы урынлашҡан.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға