«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәлдән килгәнсә ярҙам һорайбыҙ!



30.08.2017 Хәлдән килгәнсә ярҙам һорайбыҙ!

Хәлдән килгәнсә ярҙам һорайбыҙ!Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Хәҙер хаҡлы ялда, һәр саҡ шат, ихласлығы һәм ябайлығы менән күңелдәрҙе арбаған коллегабыҙ Рәшиҙә Мәхийәнованы тормош ҡаты һынау алдына ҡуйҙы – уға яман шеш диагнозы ҡуйҙылар. Әлеге ваҡытта ул операция эшләтеп, Республика онкология үҙәгендә терапия үтә. Туғандары йыйылып, Мәскәүҙән кәрәкле дарыуҙар алдырған, әммә дауаланыуҙы туҡтатмай дауам итеү өсөн аҡса кәрәк.

Коллегабыҙҙың сәләмәтлегенә битараф булмаусыларҙың, изге күңелле кешеләрҙең 4817 7601 1425 3077 (Рашида Янсуровна) Сбербанк картаһына мөмкинлектәренән сығып финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ.
Ил төкөрһә – күл була, ауырлыҡтарҙы бергәләшеп еңәйек, дуҫтар!






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға