«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙар Мөжәүир хәҙрәт тураһында спектакль ҡуясаҡ



23.08.2017 Сибайҙар Мөжәүир хәҙрәт тураһында спектакль ҡуясаҡ

Сибайҙар Мөжәүир хәҙрәт тураһында спектакль ҡуясаҡ
Баймаҡ районында йәшәгән һәм үҙенсәлекле дауалау һәм күрәҙәселек һәләтенә эйә булған ғәжәп оло кеше - Мөжәүир хәҙрәт тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Сибай яҙыусыһы Лира Яҡшыбаева уның тураһында китап та яҙҙы

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт театры Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының «Мөжәүир хәҙрәт» повесы буйынса яңы спектакль әҙерләй. «Әүлиә» спектакленең премьераһы тамашасығы сентябрҙә – 87 миҙгелде асыуҙа тәҡдим ителәсәк.

Тамашаны билдәле режиссер, театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов ҡуя, музыканы Илшат Яхин яҙа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға