«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» Башҡортостан кубогында башланғыс уйынды ышансылы еңде



16.08.2017 «Салауат Юлаев» Башҡортостан кубогында башланғыс уйынды ышансылы еңде

«Салауат Юлаев» Башҡортостан кубогында башланғыс уйынды ышансылы еңдеӨфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогында «Салауат Юлаев»тың тәүге матчы уҙҙы. Өфөләр Владивостоктың «Адмирал»ын еңде.

Тәүге осорҙа иҫәпте Денис Куляш асты – 1:0. Уйындың ошо уҡ киҫелешендә Филип Ларсен айырылды – 2:0.

Икенсе осорҙа иң тәүҙә Станислав Гәрәев һөҙөмтәне арттырҙы – 3:0. Әммә һуңында ҡунаҡтар бер шайба индерҙе – 1:3.

Өсөнсө осорҙоң аҙағында дүртенсе шайба Энвер Лисиндың тишә атыуынан «Адмирал» ҡапҡаһына үҙ һаҡсыһынан рикошет менән инде – 4:1.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға