«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Земфира Байдәүләтова «Мисс Азия-2017» исеменә лайыҡ булды



11.08.2017 Земфира Байдәүләтова «Мисс Азия-2017» исеменә лайыҡ булды

Земфира Байдәүләтова «Мисс Азия-2017» исеменә лайыҡ булды
Башҡорт ҡыҙы «Мисс Азия Альма матер-2017» исеменә лайыҡ булды. Тыва Милли театрында тамамланған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында «Һылыуҡай-2017» башҡорт гүзәлдәре республика конкурсы еңеүсеһе, «Bashkirian Beauty» студияһы моделе, 18 йәшлек Земфира Байдәүләтова Гран-при яуланы.

Земфира – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенты (информатика, иҫәпләү техникаһы һәм компьютер технологиялары йүнәлеше буйынса профессиональ белем ала), Ҡырмыҫҡалы районында тыуған. Земфира – күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе һәм иң кесе бала.

Конкурста Башҡортостан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Ҡаҙағстан, Бүрәт, Ҡалмыҡ, Хакасия һәм Тыва республикалары вәкилдәре ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға