«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Сатрашлы” разметкала туҡтама!



10.08.2017 “Сатрашлы” разметкала туҡтама!

“Сатрашлы” разметкала туҡтама!
Өфөлә йылдан-йыл автомобилдәр күбәйә, ә юлдар бер ҙә киңәймәй ҙә, күбәймәй ҙә. Тығындар, водителдәрҙең үҙ-ара низағтары, ваҡ авариялар көн дә булып тора.
Ошоно күҙ уңында тотоп, баш ҡаланың эре юл саттарында “сатрашлы” разметка төшөрөлә башланы. Һынау өсөн Әй һәм Революция, Беренсе Май һәм Ульяновтар урамдары киҫелештәре һайланды. Ошо көндәрҙә уларға Галле урамы һәм Октябрь проспекты тоташҡан урын да өҫтәлде.

Бында һары фонлы махсус тамғалар ҡуйылған, юл саты уртаһында квадрат бүленгән, уның эсендә диагональ буйынса бер-береһе менән киҫешкән һары һыҙыҡтар төшөрөлгән. Тығын булған осраҡта квадрат эсендә туҡтау тыйыла. Әгәр ҙә водитель быны инҡар итеп, юл сатында туҡтап, уңлы-һуллы килгән транспортҡа ҡаршылыҡ яһаһа, уға 1000 һум штраф һалынасаҡ. Хоҡуҡ боҙоуҙы видеокамералар теркәйәсәк һәм водителдәргә “бәхет хаттары” ебәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға