«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалы һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар ҡуйыласаҡ



07.08.2017 Балалы һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар ҡуйыласаҡ

Балалы һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар ҡуйыласаҡБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районының Үгеҙ ауылында туғыҙ кешенең ғүмерен өҙгән янғын урынын барып күрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - бында ут 9 кешенең, шул иҫәптән биш баланың, ғүмерен ҡыйҙы.
Рөстәм Зәки улы хоҡуҡ һаҡлаусылар, ҡотҡарыусылар,һәләк булыусыларҙың туғандары менән осрашты, үҙенең ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. "Ғаиләләргә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", - тип белдерҙе ул.
Республика Башлығы балалар йәшәгән һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар (пожарный извещатель) ҡуйырға бойороҡ бирҙе. Быға тиклем улар насар йәшәгән ғаиләләрҙең өйҙәренә урынлаштырыла ине. Башлыҡ Үгеҙ ауылына янғын һүндереү машинаһы бирергә лә вәғәҙәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға