«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрөләге утлы фажиғә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙы



07.08.2017 Бөрөләге утлы фажиғә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙы

Бөрөләге утлы фажиғә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙыБөгөн төндә Бөрө районының Үгеҙ ауылында утлы фажиғәлә туғыҙ кеше һәләк булды.
Янғын сыҡҡан йортта Саҙретдиновтар: 71 йәшлек Фатима Сәғит ҡыҙы, улы Рәмил, килене Вероника, уларҙың балалары Виктория һәм Рәзил, ике йәшлек Арыҫлан йәшәгән. Уларға Мәскәүҙән туғандары: бер йәшле лә тулмаған балалы йәш ғаилә, әрме хеҙмәтеннә яңы ҡайтҡан егет ҡунаҡҡа килгән булған. Күрше ауылдан йорт хужаһының ике туған ағайы ла ҡунаҡҡа килгән.

Ут барыһы ла йоҡлаған мәлдә, төнгө өс тула тигәндә сыҡҡан. Ялҡынды Вероника күреп ҡалып, ҡәйнәһен уятҡан. Улар балта менән тәҙрә ярып сыҡҡандар. Ишекте асам тигәндәрендә, ут ныҡлап тоҡанған, икенсе ҡаттағы йоҡлағандарҙың, шул иҫәптән балаларҙың юлын ялҡын ҡамаған...
Янғында бөтә балалар ҙа һәләк булған. Фатима Сәғит ҡыҙы, килене Вероника һәм күрше ауылдан килгән туғандары ғына тере ҡалған.
Әле ут сығыуҙың сәбәбе - электр сымдарының ҡыҫҡа тоташыуы тиҙәр. Тикшереү дауам итә.

Дүшәмбе, 7 август, Бөрө районында янғында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә Матәм көнө тип иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға