«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыласаҡ



03.08.2017 Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыласаҡ

Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыласаҡ
Нидерландтарҙа 1813-1814 йылдарҙа илде Наполеон армияһынан азат иткән башҡорт яугирҙәренә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Уны Гелдерланд провинцияһында Эйссел йылғаһы буйына урынлаштырыу ҡаралған. Скульптор, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов авторлығындағы монументты асыу тантанаһы 9 сентябргә билдәләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға