«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырымдағы шифахана - беҙҙеке



02.08.2017 Ҡырымдағы шифахана - беҙҙеке

Ҡырымдағы шифахана - беҙҙеке
Башҡортостан Республикаһы милкенә бушлай Ҡырымдағы шифахана тапшырылды. Ул Евпаторияла, П.Морозов урамы, 1-3 адресы буйынса урынлашҡан.

Шифахананы тапшырыу Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017 йылдың 7 июлендәге «Шифахана-курорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү һәм БР балаларының шифахана-курорт дауаланыуын һәм ялын ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән үҙ-ара эшмәкәрлек буйынса» меморандумын тормошҡа ашырыу йәһәтенән булды.

Төбәктә Меморандумды ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эшсе төркөм булдырылған. Эшсе төркөмдө Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Рөстәм Вилданов етәкләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға