«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сая, ғәййәр башҡорт егеттәре! Һеҙҙе «Урал бөркөтө» көтә!



26.07.2017 Сая, ғәййәр башҡорт егеттәре! Һеҙҙе «Урал бөркөтө» көтә!

Сая, ғәййәр башҡорт егеттәре! Һеҙҙе «Урал бөркөтө» көтә!
29-30 июдә Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт йәштәре йыйыны"нда «Урал бөркөтө» конкурсы ла үтәсәк.
Шарттары: «Урал батыр» эпосын (10 юлын булһа ла), Салауат Юлаевтың, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләргә, шәжәрәһен белергә, «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тип аталған этапта милли үҙенсәлек һаҡлауға, башҡорт халҡын (тыуған төбәкте) үҫтереүгә арналған проектты яҡларғатейеш.
Ҡатнашыусылар шулай уҡвокал, музыка ҡоралдарында уйнау, бейеү һ.б. һәләттәрен күрһәтә ала.
Физик әҙерлекте тикшереү өсөн уҡтан атыу, таш ырғытыу, 500 метрға йүгереү ҙә ҡаралған. Тарихи милли кейемгә өҫтөнлөк биргән йәштәр иҫәбенә өҫтәмә мәрәйҙәр яҙыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға