«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"



03.07.2017 Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"

Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"Хөрмәтле дуҫтар!
Беҙҙең төркөм яңы рубрика аса. "Аҙна фотоһүрәте" тип атала ул. Был рубрика һәр аҙна башында ҡуйыласаҡ. Унда һәр кем ғаиләһендәге, ауылындағы йә ҡалаһындағыҡыҙыҡлы , йә булмаһа ниндәйҙер ғибрәтле фотоларын "ташлай" ала. Ниндәйҙер хозур тәбиғәт күрҙегеҙме, ҡайҙалыр сәйәхәткә барҙығыҙмы, бәлки, һеҙҙе нимәлер борсойҙор - фотоға төшөрөгөҙ ҙә, ошо рубрика аҫтына, "Комментировать" тигәнгә һалығыҙ. Тема сикләү юҡ. Барыһы ла һеҙҙең фантазияғыҙҙан тора.

Фотоһүрәттәрегеҙ яҡшы сифатлы булһын һәм уларҙы өс һөйләм менән генә һүрәтләргә лә онотмағыҙ. Иң ҡыҙыҡлы фотолар аҙна һайын ошо рубрика аҫтында гәзитебеҙ биттәрендә баҫылып барасаҡ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға