«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еректә таҡтаташ асылды



03.07.2017 Еректә таҡтаташ асылды

Еректә таҡтаташ асылдыҒафури районы Ерек ауылында йәшәүсе Гөлшат Дәүләтова хәбәр итә:
Беҙҙең ауылда һуғышта ҡатнашҡандар өсөн таҡтаташ юҡ ине. 22 июндә беҙҙә Беренсе донья, Бөйөк Ватан, Чечня һәм Афған һуғыштарында ҡатнашып һәләк булып ҡалғандар һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарҙың исемдәре яҙылған таҡтаташ асыу тантанаһы булды.
Таҡтаташ ауылдашыбыҙ, Табын ауылында йәшәүсе Ғөбәйҙулла Зәйнетдинов һәм өс улы, ауылдашыбыҙ Фаил Зәйнетдинов, Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Хәйретдинов, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы менән эшләнде. Ауыл ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары бөтә көсөнән килгәнсә ярҙам итте. Еректә һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙан аҡса йыйылды.
Таҡтаташты асыуға ситтә йәшәүсе бик күп ауылдаштар, күрше-тирәнән килделәр. Тәүҙә күрше Яугилде ауыл мәсете имам -хатибы Нәғим Дәүләтбаев фатиха ҡылды. Ҡайғы һәм хәтер көнөн иҫкә алып бер минутҡа халыҡ тын ҡалды. Таҡтаташты асыу Чечня һуғышы ветераны Рәшит Иждиһатов, бағыусы Ғәлим Зәйнетдинов, Ғафури район социаль тәьминәт бүлеге урынбаҫары Руслан Салауатовҡа йөкләтелде. Ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар венок-сәскәләр һалды, оло йәштәгеләр телмәр һөйләне, уҡыусылар шиғырҙар һөйләне һәм һауаға шарҙар осорҙо. Бурлы ауыл клубының "Әхирәттәр "ансамбле, үҙешмәкәр йырсылары сығыш яһаны.
Байрамға "Урожай"крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы матди ярҙам күрһәтте. Ауылдашыбыҙ Лилиә Миңнулла ҡыҙы үҙенең тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙарының бейеүҙәре, матур йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне. Ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары мул өҫтәл әҙерләп, былау бешереп, самауыр сәйе менән һыйланы. Әйткәндәй улар ҙа ҙа буш ҡул килмәгән, һәр береһе күстәнәс алып килгән.
Таҡтаташ ауылыбыҙҙың мәктәп ихатаһына ҡуйылды. Хәҙер һәр кем үҙенең туғандарын, атай-олатайҙарын иҫкә алып, теләгән ваҡытта килеп, сәскәләр һалып китә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға