«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрам мөбәрәк булһын!



24.06.2017 Байрам мөбәрәк булһын!

БаБайрам мөбәрәк булһын! шҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән тәбрикләне. Ҡотлауҙа былай тиелә:

"Башҡортостан Республикаһы мосолмандарын исламдың төп байрамдарының береһе – Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым!
Изге Рамаҙан айының тамамланыуын белдергән ошо яҡты көн – барыһы өсөн дә уртаҡ булған изгелекте һәм миһырбанлыҡты, ғәҙеллекте һәм кешелеклелекте, шәфҡәтлелекте һәм яҡыныңа һөйөүҙе кәүҙәләндергән юғары әхлаҡи ҡиммәттәр символы ул.
Республикабыҙ мосолмандары, күп быуатлыҡ дини һәм мәҙәни йолаларға таянып, Ураҙа байрамын киң билдәләй. Әлеге байрам изгелек ҡылырға, ҡунаҡтар ҡабул итергә, бүләк тапшырырға, мохтаждарға ярҙам күрһәтергә теләк уята. Бындай ғәмәлдәр бөтә дин вәкилдәренә лә берҙәй яҡын һәм аңлайышлы.
Башҡортостандағы мосолман ойошмаларының йәмәғәт һәм мәҙәни тормошта әүҙем ҡатнашыуы, хәйриәлек йолаларын үҫтереүгә, йәштәрҙе төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә ихтирамлы мөнәсәбәт нигеҙендә тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүе ҡыуаныслы.
Ошо изге Ураҙа байрамы көндәрендә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем. Һәр йортта шатлыҡ һәм йылылыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ тантана итһен!"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға