«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек»те хәтерләтеп торһон!



26.06.2017 «Йәшлек»те хәтерләтеп торһон!

«Йәшлек»те  хәтерләтеп торһон!Гәзитебеҙгә яҙы­лыу­сылар араһында уйнатылған «Аҙна һайын – бүләк» конкурсы тамамланды. Бәйгегә 500-ҙән ашыу хат килде.
Еңеүселәрҙе лототрон ярҙамында һайлап алдыҡ. Был аҙнаның еңеүселәре – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Ф. Ҡунаҡова (сәйнүк), Байғусҡар ауылынан Рита Дәүләтбирҙина (көрөшкәләр йыйылмаһы), Баймаҡ районының Төркмән ауылынан Зәйтүнә Өмөтбаева (графин һәм стакандар йыйылмаһы), Салауат ҡалаһынан Х. Рәхимова (термос-көрөшкә) менән бүләкләнә. Бүләктәрҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН кәрәк буласаҡ.
Икешәр гәзит-журналға яҙылып, квитанцияларын ебәреүсе уҡыусыларҙың хаттары «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто уйнатҡан конкурста ҡатнашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға