«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лимон кислотаһы юшҡынды «ашай»



21.06.2017 Лимон кислотаһы юшҡынды «ашай»

Лимон кислотаһы юшҡынды «ашай»Машина барабанына юшҡын ултырмаһын өсөн белгестәр төрлө сара тәҡдим итә. Баҡһаң, уны ҡул аҫтындағы нәмәләр менән дә таҙартырға була икән. Мәҫәлән, лимон кислотаһы менән.
3 – 5 килограмм кер һыйҙырышлы машина өсөн – 15 грамлы 4 ҡап, ә 5 килограмдан күберәк һыйҙырышлыһы өсөн 100 грамлы 2 ҡап кислота етә. Уны порошок һала торған бүлеккә һалып, машинаның барабанын максималь температурала әйләндерергә кәрәк.
Был процедураның һөҙөмтәһе шунда уҡ күҙгә күренәсәк. Беренсе тапҡыр һыуын сығарғанда ҡарап торһағыҙ, машинаның эсе ни тиклем бысраҡ булыуын күрерһегеҙ.
1 ҡалаҡ лимон кислотаһын һыуға һалып, сәйнүктә ҡайнатығыҙ, уның нисек итеп юшҡынды «ашағанына» шаһит булырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға