«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ Рәсәй яҙыусылары сафында



19.06.2017 Яҡташыбыҙ Рәсәй яҙыусылары сафында

Яҡташыбыҙ Рәсәй яҙыусылары сафында
Ошо көндәрҙә Рәсәй яҙыусылар Союзы бер төркөм әҙиптәрҙе берекмә ағзаһы итеп ҡабул итте. Улар араһында Башҡортостан вәкиле, даими авторыбыҙ Әмир Миһран улы Солтангәрәев тә бар.
Әмир Миһран улы документаль проза жанрында уңышлы ижад итә. Ул беҙгә бөгөн актуаль булған күп хикәйәләр, очерктар авторы булараҡ билдәле. Һуңғы йылдарҙа ғына ҙур күләмле “Яҙмыш”, “Башҡортостан юлдары – үткәндәр һәм бөгөнгө”, “Таймаҫ – үткәндәр һәм бөгөнгө”, “Ил ҡурсалар ир инең...” тигән китаптары донъя күргәйне. Был китаптар Башҡортостан Республикаһы Милли электрон китапханаһында ла урын алған.
Яҡташыбыҙ егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында Башкортостандың төп закондарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы (БССР Юғары Советы) ҡабул иткән бер нисә кодекстың, шулай иҫәптән, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре» тураһындағы закон проектының авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә ҡағылған эштәрҙе ойоштороусы, оҫта ҡурайсы, виртуоз гармунсы, һәүәҫкәр рәссам да ул. Уның тураһында “Башҡорт Википедия” һында “Әмир Миһран улы Солтангәрәев” тигән биттә тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.
Редакциябыҙ әҙипкә тағы ла юғарыраҡ ижади уңыштар теләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға