«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы!



08.06.2017 100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы!

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы!7 июндә Салауат Юлаев һәйкәле янында тәүге тапҡыр ҡурайсыларҙың ҙур күләмле флешмобы үтте. Йөҙ түгел, хатта йөҙ ҙә туғыҙ ҡурайсы йыйылып, башҡорт халыҡ көйө "Урал"ды уйнаны!
Был байрам халҡыбыҙ төйәк иткән илебеҙ – Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Өфө ҡурайсылары менән бер рәттән, Баймаҡ, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондарынан алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән музыканттар ҙа ҡатнашты. Моң һәм ҡурай тамашаһына йыйылған кешеләр ҡурайсыларҙың дәртле уйнауына түҙә алмай, хатта бейергә төшөп китте.
Уйна әле, ҡурай, оло майҙандарҙа
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләт башҡорт моңдарын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға