«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Красноярск йомрандары юл аша светофор утына ғына сыға



07.06.2017 Красноярск йомрандары юл аша светофор утына ғына сыға

Красноярск йомрандары юл аша светофор утына ғына сығаБыл ҡаланың уртаһында Татышев утрауы исемле парк бар. Унда кешеләр ял итә, велосипедтарҙа, роликтарҙа йөрөй. Паркта шулай уҡ биш меңдән ашыу йомран йәшәй. Бында хатта Йомран аҡланы ла бар.
Ошо көндәрҙә парктағы асфальт юлда зембра разметкаһы һалып, светофор ҡуйғандар. Уның буйынса кешеләр үтә алмай, ә бына йомрандар – рәхим итегеҙ! Юлдағы һыҙаттар һәм светофор бәләкәй генә итеп эшләнгән, 5.19.1 «Пешеходный переход» тамғаһында йомран төшөрөлгән.
Бындай ғәҙәти булмаған акция Татышев утрауының йомрандар төбәге икәнен бар Рәсәйгә танытыу өсөн эшләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға