«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы!



05.06.2017 100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы!

100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы! Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар!
7 июндә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған флешмоб уҙасаҡ. Ҡайҙамы? Салауат Юлаев һәйкәле янында!
Кемдәр ҡатнаша ала? Әгәр һин профессиональ йә һәүәҫкәр ҡурайсы икән, һис шикһеҙ был сараның уртаһында булырға тейешһең! Республиканың ойошторолоуына быйыл 100 йыл тигән ҡарашты хуплаһаң, рәхим ит!
Был флешмобта 100 ҡурайсыны йыйып, башҡорт халыҡ көйө "Урал"ды уйнау күҙ уңында тотола. Үҙенсәлекле, рухлы һәм тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалма. 7 июнь киске сәғәт 7-лә (19:00) Салауат Юлаев һәйкәле янында уҙғарылған "100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы" тип аталған флешмобта көтөп ҡалабыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға