«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрйәнгә автобуста барығыҙ!



05.06.2017 Бөрйәнгә автобуста барығыҙ!

Бөрйәнгә автобуста барығыҙ! 17 июндән алып һәр шәмбе “Өфө –Шүлгәнташ” маршруты буйынса экскурсия ойоштороласаҡ.
Автобустар баш ҡаланан – иртәнге сәғәт биштә, ә ҡайтыу яғына киске сәғәт алты-етеләрҙә ҡуҙғала. Юл дүрт сәғәт ярым ваҡытты ала.
Автобустар алтмыш урынлыҡ. Маршрут көньяҡ Уралдың иң матур урындарынан үтә.
Бөрйәндә сәйәхәтселәргә Шүлгәнташ менән Умартасылыҡ музейҙарын ҡарарға тәҡдим ителә. Путевка хаҡы яҡынса хаҡы әлегә ике мең һум тип билдәләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға