«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!



02.06.2017 Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!

Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәктәбе коллектив менән беҙҙең гәзиткә яҙылған

Бында директор Фәнүр Фәрит улы Садиҡов етәкселегендә үҙ һөнәренең оҫта­һы булған уҡытыусылар эшләй.
Үткән аҙнала беҙ ике уҡыусыны, Б. Сол­тан­гәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүсе Сания Кө­мөшбаева һәм Яҙгөл Ғәлимйәнованы тәбрикләнек. Башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Альбина Са­диҡова белдере­үенсә, уҡыусылар, дәрт­ләнеп, киләһе йыл­дағы ярышта ла әүҙем ҡатнашыр­ға теләк белдергән.
Өмөтбайҙар “Афа­рин!” тип әйтерлек тағы ла бер эш башҡар­ған. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында эшләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, техник хеҙмәткәрҙәр – тотош коллектив киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең гәзитте уҡыясаҡ.
“Китапханасыбыҙ Гөлсинә Рәис ҡыҙы Сәитғәлина тырышты, гәзит-журналдарға подписка барышын ҡараһаҡ, 15 кешенең “Йәшлек”те алдырасағы күренде”, – ти уҡытыусылар.
Өмөтбайҙарға рәхмәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға