«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдә пограничниктарға арналған һәйкәл асылды



31.05.2017 Әбйәлилдә пограничниктарға арналған һәйкәл асылды

Әбйәлилдә пограничниктарға арналған һәйкәл асылды28 майҙа, Сик буйы ғәскәрҙәре көнө Әбйәлил районында бик шәп үтте. Был көндө Асҡарҙа, ауыл хужалығы бүлеге бинаһы алдында сик буйы һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асылды.
Районда төрлө йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр һаны өс йөҙҙән ашып китә. Бер нисә ай элек улар ҡорға йылылып, ПВ ветерандары йәмәғәт ойошмаһын төҙөгән. Беренсе осрашыуҙа уҡ пограничниктар район үҙәгендә сик һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асыу мәсьәләһен күтәргән. Күп тә үтмәй, үҙәк майҙанда ил һаҡсыһын менән уның тоғро этен кәүҙәләндергән обелиск сафҡа инде.
Заказ буйынса Магнитогорскиҙан килтерелгән һәйкәлдең ауырлығы 6 центнер самаһы. Уны эшләтеүгә районда йәшәгән барлыҡ пограничниктар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға